Өфөгә Стэнли Кубогы килде

Тулыраҡ: Өфөгә Стэнли Кубогы килде

Трофейҙы башҡорт хоккей мәктәбендә тәрбиәләнгән “Тампа-Бэй Лайтнинг” уйынсыһы Андрей Василевский алып ҡайтты. Ул Стэнли Кубогын ике тапҡыр яуланы.

Спортсы Спорт һарайында йәш хоккейсылар һәм үҙенең баласаҡ командаһы “Салауат Юлаев” спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре менән осрашты.

Трофейҙы бөгөн “Өфө-Арена”ла көндөҙгө сәғәт берҙән һуң күрергә мөмкин. Аҙаҡ кубок яңынан Америка Ҡушма Штаттарына оса.