Ҡала көнө уңайынан Сибай бөгөн “Ҡаланы йәйәү үт” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Төп майҙанда “Нуль километр” билдәһен кәүҙәләндергән арт-объект асылды.
Тантанала Сибай хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов: "Ҡала өсөн 2021 йылдың 10 сентябре икеләтә байрам", — тип белдерҙе. Тап ошо ҡалала бөгөн матур йолаға әйләнгән “Урал Аръяғы-2021” Бөтә Рәсәй инвестиция форумы асылды. Был мөһим иҡтисади сараны өсөнсө йыл рәттән ҡабул иткән Сибайҙы хәҙер инвестиция һабантуйы башҡалаһы тип танырға мөмкин.
“Ҡаланы йәйәү үт” акцияһының төп маҡсаты иһә Google һәм «Яндекс-карталар»ҙа ҡала тураһында мәғлүмәтте байытыу. Сәйәхәтселәр өсөн картаға тарихи һәм ҡыҙыҡлы урындар, милли ризыҡтар тәҡдим ителгән ашханалар төшөрөлә. Был проект аша эшҡыуарҙар үҙ шөғөлөн таныта ала.