Капремонт квитанцияһын айырым көтмә

Тулыраҡ: Капремонт квитанцияһын айырым көтмә

Башҡортостанда 14 район капиталь ремонтҡа иғәнә тураһындағы белдереүҙе Берҙәм түләү документы иҫәбенә индерҙе. Октябрь айынан башлап Архангел, Балаҡатай, Благовар, Дыуан, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Өфө, Шишмә, Белорет райондары халҡы был иғәнәне торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр менән менән бер квитанция буйынса түләй.

Фатир хужаларына Берҙәм түләү документы реквизиттары буйынса түләргә тәҡдим ителә. Аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуһа «ЕИРЦ» ЯСЙ-нең контакт-үҙәгенә 8-800-755-08-09 телефоны аша йәиһә күп каналлы ҡыҙыу линия һандарын йыйып һорау бирергә мөмкин — 8-800-775-69-77 (шылтыратыу бушлай). “БР төбәк операторы” сайтындағы электрон ҡабул итеү бүлмәһенән дә белешергә була.