Силәбе һәм Мейәс балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре эш башланы. Был хаҡта Башҡортостандың Фән һәм мәғариф министрлығы сайтында хәбәр ителә.
Быйылғы уҡыу йылы башынан Силәбе ҡалаһының 88-се, Мейәстәге 99-сы мәктәпкәсә белем биреү йортарында балаларҙың өлкән төркөмдәрендә башҡорт теле өйрәнелә. Был ғәмәлдең зарурлығы тураһында урындағы йәмәғәтселек Башҡортостандың Фән һәм мәғариф министрлығына мөрәжәғәт иткән.
Республиканың Фән һәм мәғариф министрлығы “БР дәүләт телдәре һәм Башҡортостан Республикаһында йәшәгән халыҡтарҙың туған телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Дәүләт программаһы”н бойомға ашышыу йәһәтенән Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен өйрәнеүҙе ойошторорға рәсми ярҙам итә. 2019 йылда ғына милләттәштәребеҙ төпләнеп йәшәгән төбәктәргә 25 мең дананан ашыу дәреслек һәм уҡыу әсбаптары тапшырылған. Рәсәй төбәктәрендә эшләгән илленән ашыу педагог “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” һөнәре буйынса махсус әҙерлек үткән. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының һикһән икеһе һөнәри оҫталығын камилаштырыған.