Урал Аръяғы” инвестиция форумы барышында дәүләт менән эшҡыуарлыҡтың берҙәм хеҙмәте, шәхси сектор инвестицияларын дәүләт стратегик бурыстарын үтәүгә йүнәлтеү төбәктәр инфрастуктураһын үҫтереүгә һиҙелерлек ярҙам итә, тип баһаланды. Белгестәр һәм эксперттар фекеренсә бындай татыулыҡ предприятеларҙың инновацион үҫешенә лә, йәғни, яңы техногиялар һәм заманса ысулдар ҡулланырға ла булышлыҡ итә.
Мәҫәлән, илдә балалар ялын һәр кем ҡуллана алырлыҡ һәм уңайлы итеп ойоштороу тәжрибәһе Хабаров крайында тупланған. Заманса һәм бар уңайлыҡтар ҡаралған балалар лагерын ойоштороу буйынса шәхси инициативаны Башҡортостанда ла ҡулланыу ниәте бар. Сессияла ҡатнашыусылар шулай уҡ төбәктә башҡа социаль проекттарҙы бойомға ашырыу тураһында фекер алышты. Улар араһында ике яңы мәктәп, Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы, ҡарттар өсөн йорт-интернаттар төҙөү маҡсаттары бар.