Инвесторҙар Башҡортостандың киң мөмкинлектәрен тоя

Тулыраҡ: Инвесторҙар Башҡортостандың киң мөмкинлектәрен тоя

“Урал Аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров “Арктик Пауэр Кэпитал” компанияһы ойоштороусыһы Владимир Тощенко менән осрашты.

Премьер Сибай инфрастуктураһын әлегә башҡаланыҡынан ғына ҡалыша,тип баһаланы һәм хөкүмәт тарафынан уны инвесторҙар өсөн ҡулай һәм күләмле саралар үткәрер өсөн уңайлы итергә тырышлыҡ һалына, тип белдерҙе.

“Инвестһабантуй ойоштороп беҙ был төбәкте халыҡ көнкүреше һәм бизнес эшмәкәрлеге өсөн үҫтерәбеҙ”, — тине Андрей Назаров. Премьер-министр фекеренсә, Урал аръяғында һәр эшҡыуар һәм инвестор ҡыҙыҡһындырыр мөмкинлектәр таба ала. Инвестиция климатының Президент Путин ҡатнашлығында асылған “Цемекс” заводы кеүек сағыу өлгөләрен килтереп Андрей Назаров “Арктик Пауэр Кэпитал” менән дә уңышлы хеҙмәттәшлеккә ышаныс белдерҙе.

“Тотош республиканың, атап әйткәндә Сибайҙың ҙур потенциалын тоябыҙ. Һеҙҙең менән үҫешергә теләк бар, уртаҡ проекттарҙы инвестицияларға әҙербеҙ. Төбәк үҫешенә һәм халыҡ өсөн файҙалы эшкә өмөт бағлайбыҙ“ — тине үҙ сиратында Владимир Тощенко.

Компания Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре менән энергетика проекттарын бергә бойомға ашырыу буйынса һөйләшеүҙәр алып бара.