Сибайҙа милли кейем көнө

Тулыраҡ: Сибайҙа милли кейем көнө

«Урал Аръяғы- 2021» форумы сиктәрендә милли кейем көнөнә арналған тантаналар үтте.

Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы Сибайҙа өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Башҡортостан Хөкүмәте һәм төбәктәең стратегик инициативалар агентлығы сараны Урал аръяғы райондарын үҫтереү маҡсатында үткәрә.

Эшлекле йыйында инвесторҙар, төбәк һәм федераль учреждениелар, бизнес һәм мәҙәниәт вәкилдәре, эксперттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашып экология, сәнәғәт, ауыл хужалығы, эске туризм кеүек мөһим мәсьәләләр тураһында фекер алышты.

Форумдың мәҙәни өлөшөндә ике фестиваль – Милли ризыҡтар бәйгеһе менән «КумысFEST» гөрләне.

Милли кейем көнөн иһә болгарҙар, чечендар, украиндар, татарҙар, башҡорттар, рустар, үзбәктәр, тажиктар һәм башҡа халыҡ вәкилдәре милли костюмда Урал Аръяғы башҡалаһы урамдарын йәмләп парад менән байрам итте.