Йорттарҙа йылы көттөрмәҫ

Тулыраҡ: Йорттарҙа йылы көттөрмәҫ

Башҡортостанда сираттағы йылытыу миҙгелен ошо аҙнала башлау көтөлә. Оператив кәңәшмәлә 16 сентябрь датаһы билдәләнде.

Башгидромет күҙаллауҙарынан сығып был дата көнэлгәре иғлан ителә. Коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләре буйынса урамда һауа температураһының уртаса тәүлек күрһәткесе бер нисә көн рәттән һигеҙ градус йылынан түбән булыуын иҫәптә тотоп йылы биреү тураһындағы ҡарарҙы муниципалитет етәксеһе ҡабул итә.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев 20-22 сентябрҙә синоптиктар көндәрҙең һалҡынайтып тороуын күҙаллай, тип белдерҙе. Шуға ла 16 сентябрҙән йылы бирелә башлай, тәүҙә социаль объекттарға, артабан күп фатирлы йорттарға.

«Бөгөн муниципалитеттарҙың төп бурысы — йылы биреү. Хе:ҙмәттәштәр, әҙерләнегеҙ», — тине Радий Хәбиров.

Мәғлүм булыуынса, республика етәксеһе йылытыу миҙгеле алдынан Өфөлә “Ҡышҡы ваҡыт штабы”н булдырыу йөкләмәһен бирҙе. Ул үткән йылдағы кеүек ресурс менән тәьмин итеү ойошмалары менән халыҡ араһында аңлашылмаусанлыҡтарға бәйле хаталарҙы иҫкәртеү маҡсатын ҡуя.