Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин уҡыусылар һәм студенттарҙың 17, 18, 19 сентябрҙә дәрестәре нисек ойоштороласағына асыҡлыҡ индерҙе.
Йома, 17 сентябрҙә, участка һайлау комиссиялары урынлашҡан уҡыу йорттарында күнегеүҙәр үткәрелмәй. Уҡыусылар иһә тәрбиәүи сараларға саҡырыла. Һайлау үтмәгән мәғариф ойошмаларында проект эшмәкәрлеген дауам итеү һәм дистанцион уҡыу ойоштороу көтөлә.
Шәмбе, 18 сентябрь, ял көнө.
Министр билдәләүенсә, участка һайлау комиссиялары урынлашҡан 45 колледжда йома һәм шәмбе көндәрендә күнегеүҙәр дистанцион тәртиптә үтәсәк.