Башгидрометүҙәк аҙналыҡ һауа торошон күҙалланы. Синоптиктар белдереүенсә, төнъяҡ циклон атмосфера фронттары үтеү сәбәпле көндәр төрлөсә, һауа температураһының һикермәле булыуы көтөлә.
Циклондың беренсе секторында йылы, йәғни, башланған аҙнаның тәүге яртыһы йылы булыр, тип күҙаллана. Һауа температураһы төндә етенән ун ике, көндөҙ ун туғыҙҙан егерме дүрт градусҡа тиклем күтәрелеүе ихтимал. 15 сентябрҙә 14-19, көньяҡ-көнсығышта 23 градус йылы. 16 сентябрҙә һалҡын фронт үтеү сәбәпле һауа температураһының һиҙелерлек һалҡынайыуы көтөлә, көндөҙ бары 7-12 градус йылы буласаҡ.
Яуым-төшөмгә килгәндә. Төрлө миҡдарҙағы ямғырҙар урыны менән яуасаҡ, айырым ваҡытта яуым-төшөмдөң республиканың күпселек райондарына таралыуы ихтимал.
Ел киҫкен, урыны менән көслө иҫәсәк.