Башҡортостанда йәшәгән 1 218 909 кеше коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүсе прививканың беренсе компонентын яһатҡан. Тулыһынса вакцинацияны 1 093 668 кеше үткән. Был хаҡта Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Максим Забелин хәбәр итте. Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, төбәккә илдә етештерелгән вакциналарҙың 1 656 508 миҡдары килтерелгән.
Республикала коллектив иммунитетҡа өлгәшер өсөн ике миллиондан ашыу кешенең вакцина яһатыуы талап ителә. Коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививканы йәшәгән урындағы поликлиникала көнэлгәре яҙылып, «Госуслуги» порталы аша яҙылып йәиһә төбәктә асылған 203, шул иҫәптән күсмә, вакцинация пункттарында һалдырырға мөмкин.
13 сентябргә алынған мәғлүмәттәр буйынса республикала 60 994 кешенең коронавирус инфекцияһы менән сирләгәне теркәлгән. Үткән тәүлектә уларҙың һаны 310-ға артҡан. 53 526 сирле уңышлы һауыҡҡан, 36 кеше сирҙе үткән тәүлектә еңеп сыҡҡан.