17, 18, 19 сентябрь — һайлау көндәрендә барлыҡ санитар талаптар теүәл үтәләсәк. Был хаҡта республика үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр иттеләр. Тауыш биреү урындарында антисептиктар ҡуйыласаҡ, һәр кешегә битлек, ручка биреләсәк. Башҡортостанда әле тауыш биреү хоҡуғына хаҡлы 3 миллиондан ашыу граждандың 240 меңенә айырым иғтибар кәрәк. Улар — сәләмәтлеге сикләнгәндәр. Тағы 8 меңдән ашыу һайлаусы – һуҡырҙар һәм насар күреүселәр. Республикала насар күреүселәр өсөн быйыл 6 махсус участка эшләй. Уларҙың икеһе Өфөлә, икәүһе Бәләбәйҙә, ҡалғандары Стәрлетамаҡ менән Белоретта. Һуҡырҙар өсөн бюллетендәр айырым алым Брайль шрифты буйынса ташҡа баҫыла
Һайлауға әҙерлек нисек?
Тулыраҡ: Һайлауға әҙерлек нисек?