Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтың 255 йыллығын байрам итеүгә арналған сараларҙа ҡатнашты. Стәрлетамаҡ сәнәғәт киң үҫешкән ҡалаларҙың береһе. Быйыл ҡалала 17 саҡырым юл төҙөкләндерелгән, өс яңы балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән, „Башҡорт ихаталары„ республика программаһы ла уңышлы эшләп килә. Комплекслы төҙөкләндереүҙән һуң ихаталарҙың береһе менән Радий Хәбиров та танышты.Бында бар нәмә лә урындағы халыҡ менән килешеп эшләнгән. Тротуар, парковка урындары ла тәртипкә килтерелгән. Балалар һәм спорт майҙансығы бар, видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған. Ҡала көнө айҡанлы Стәрлетамаҡта ҙур банктың операциялар офисы асылды. Радий Хәбиров касса-инкассатор үҙәген, алыҫта йәшәүсе клиенттарҙы хеҙмәтләндерә торған мобиль офисты ҡарап сыҡты. Стәрлетамаҡтың иң әүҙем йәшәүселәренә тантаналы рәүештә дәүләт наградалары тапшырылды һәм „ Почетлы гражданин„ исеме бирелде. Республика башлығы мөһим ҡаҙаныштар тураһында тағы ла бер тапҡыр әйтеп китте. Стәрлетамаҡ ҡалаһының иҡтисади мөмкинлектәрен химик һәм нефть-химияһы ойошмалары билдәләй. Шул уҡ ваҡытта Стәрлетамаҡ республикала һәм илдә иң таҙа һәм иң йәшел ҡалалар исемлегендә.
Стәрлетамаҡ 255 йыллығын билдәләне
Тулыраҡ: Стәрлетамаҡ 255 йыллығын билдәләне