21-се быуатта ла уҡыусыларға төрлө михнәттәр аша үтергә тура килә. Өфө Затонында йәшәүсе уҡыусыларҙың күбеһе мәктәпкә зыярат аша йөрөргә мәжбүр. Күп бала атаһы – Марк, мөмкинлеге булған һайын кескәй ҡыҙҙарын уҡырға үҙе йөрөтә. Мәктәпкә урау юл менән барыу ҙа хәүефһеҙ түгел. Берәҙәк эттәр һағалап ҡына тора, етмәһә юл да яҡтыртылмай.Кузнецов Затонында йәшәүсе өсөнсө класс уҡыусыһы Денисты ла мәктәпкә әсәһе менән һеңлеһе оҙата. Туҡталышҡа тиклем барып, тағы ла егерме минут тирәһе 211-се маршрутты көтөргә кәрәк. Халыҡ күп булғанда автобустың туҡтамауы ла ихтимал. Пугачев урамындағы был юл киҫелешендә, ҡайһы светофорға ҡарарға ла, юлдың ҡайһы яғынан үтергә лә белмәҫһең. Халыҡ та, транспорт та күп йөрөй. Балалар ҡатнашлығында авариялар ҙа йыш теркәлә. Был киҫелеште уңышлы ғына үтеп киткәндәр тағы ла бер ҡаршылыҡ менән осраша-текә тауға үрмәләргә кәрәк. Балалар тар ғына тротуарҙан үтергә, һуңынан тағы ла бер тапҡыр транспорт йөрөгән юл аша сығырға мәжбүр.Бер-нисә йыл элек беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ эшләгән сюжеттан һуң тауға менеү өсөн бына ошондай баҫҡыс ҡуйылған әлбиттә..... тик бында ла уҡыусы балаларын оҙата килгән йәш әсәләр транспорттарын ҡалдырып йөрөргә мәжбүр.8-се март урамындағы юл участкаһын 1 сентябрь асҡандар. Ремонттан һуң бында ике һыҙат урынына алты юл һыҙаты барлыҡҡа килгән. Юл киңәйгәс транспорт та күбәйгән. Шуға ҡарамаҫтан, яҡын тирәлә йәшәгән уҡыусылар мәктәпкә тураға йөрөй. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан 16 йәшкәсә балалар ҡатнашлығында 300 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Статистика буйынса, һәр дүртенсе бала үҙенең иғтибарһыҙлығы арҡаһында күңелһеҙ хәлгә тарый.
Белем тауына үрләү, ысынлап та, ауыр икән
Тулыраҡ: Белем тауына үрләү, ысынлап та, ауыр икән