Суд приставына ут төртөргә теләүсене ҡатыраҡ яза көтә

Тулыраҡ: Суд приставына ут төртөргә теләүсене ҡатыраҡ яза көтә

Түбәнге Новгород ҡалаһында Евгений Полянскийға ҡарата яңы хөкөм ҡарары сығарылды. Бер йыл элек Стәрлетамаҡ ҡалаһында ул суд приставын яндыра яҙғайны. Хәҙер ирҙе тағы ла ҡатыраҡ яза көтә. Дүртенсе апелляция суды ултырышын журналистар ҙур түҙемһеҙлек менән көткәйне. Бер нисә йыл элек хәҙер инде хөкөм ителгән, ә ул мәлдә ирекле Евгений Полянский үҙе тураһында бөтә илгә белгертте. Ошондай хәлдә ул Стәрлетамаҡ суды рәйесе урынбаҫары менән осрашыу талап итте. Күпмелер ваҡыттан һуң Евгенийға ҡарата суд приставына һөжүм иткәне өсөн енәйт эше асылды. Хоҡуҡ һаҡсылары дәлил баҫтырҙы. Кадрҙа ябай кейемдә булһа ла, дәүләт вәкиле. Ә видеоны телефон менән Полянский үҙе төшөрә. Осрашыу көтөлмәгәнсә тамамланды – бурысын ҡайтармаған кеше суд приставына бензин ҡойҙо.Полянский бурыстарын ҡайтармай, шуға ла уға ҡарата башҡарма эш асылған.Ирҙең был ҡылығын вәкәләтен башҡарған дәүләт вәкиленең ғүмеренә хәүеф менән аңлаттылар. Уға ярашлы, кәмендә 12 йылға төрмәгә ябалар. Әммә Полянскиҙы 5 йылға хөкөм иттеләр.Прокуратура йәнә судҡа мөрәжәғәт итә. Түбәнге Новгородтағы дүртенсе апелляция суды ҡарарҙың яңынан тикшереп, енәйәтсене 12 йылға иркенән мәхрүм итте. Әммә уның был ҡарарға ҡарата үҙ дәғүәһен белдереү хоҡуғы бар әле.