Коронавирус, грипп, пневмококк инфекцияларына ҡаршы прививканы бер юлы яһатырға ярамай. Вакциналарҙы яһатыу ҡағиҙәләре тураһында СПИД һәм йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм улар менән көрәш буйынса Республика үҙәге баш табибы Рафаэль Яппаров Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Табип-инфекционист пациенттарҙы тәүҙә коронавирустан прививканың ике компонентын алырға, билдәле арауыҡтан һуң ғына киҙеүҙе иҫкәртеүсе вакцина ҡуйҙырырға өндәй. Бына уныһын пневмококка ҡаршы вакцина менән бер юлы яһатырға мөмкин, ти Рафаэль Яппаров
Төбәктә киҫкен респиратор сирҙәр киң тарала башланы, бер үк ваҡытта коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны ла тәүлек һайын арта. Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина бөгөнгә республика халҡының 50 проценты коронавирус инфекцияһынан вакцина яһатҡан, тип белдерҙе.
Медицина учреждениеларында иһә әле грипптан прививка яһай башлағандар. Бөгөнгә был вакцинаны 118 мең кеше һалдырған.