Өфөлә 8 миллиард һумға иҫәпләнгән күләмле инфраструктура объекты төҙөлә. Ул башҡаланың яңы микрорайондарын һыу һәм канализация селтәре менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. 23 километрҙан ашыу һыу торбалары Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары, тимер юлы, Өфө-Аэропорт автомагистрале аша үтә. Уның менән бергә «Затон-Көнсығыш» канализация-насос станцияһын төҙөү ҙә бара. Объекттың оҙонлоғо 28 километрға яҡын. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, республикала күптән бындай ҡеүәтле инфраструктура обьъекттары сафҡа индерелгәне юҡ. Яңы инфраструктура объекты Өфөлә торлаҡ төҙөлөшөн күпкә арттырыу мөмкинлеге аса.
Яңы микрорайондарға яңы инфраструктура
Тулыраҡ: Яңы микрорайондарға яңы инфраструктура