Башҡортостандағы тау комплекстарының береһенә айыу ҡунаҡҡа килгән. Әбйәлил районындағы курорт рестораны тупһаһында тайыштабанды күреп хеҙмәткәрҙәр аптырашта ҡала, уны видеоға ла төшөрөп өлгөрәләр. Айыу балаһы тыныс ҡына быяла ишек аша бина эсен байҡап сыҡҡандан һуң юлын дауам итә. Зыян күреүселәр хаҡында хәбәр ителмәй.
Әйткәндәй, быйыл төбәктә тайыштабандарҙың әүҙемлеге күҙәтелә, айыуҙарҙың кешегә тап булыу осраҡтары күбәйә, шуға ла ҡотҡарыусылар урман тирәһендә һаҡ булырға кәңәш итә.