Коронавирустан бөгөн 6 мең кеше дауалана

Тулыраҡ: Коронавирустан бөгөн 6 мең кеше дауалана

Коронавирусҡа бәйле тәүлек статистикаһы мәғлүмәттәре билдәле. Уҙған көн тағы ла 310 кешегә КОВИД19 диагнозы ҡуйылған, 15 кеше был мәкерле сирҙе еңә алмаған. Ҡорбандар һаны хәҙер 1 мең 311-гә етте. Шул уҡ ваҡытта 6 мең кеше коронавирустан дауалау үтә.

Шул уҡ ваҡытта табиптар тамаҡ-тын юлы сирҙәренең көсәйеүе хаҡында хәбәр итә. Бер аҙнала ғына ОРВИ диагнозы ҡуйылғандар һаны 27 процентҡа артҡан. Тымау тейҙереүселәрҙең күпселеге балалар. Быны белгестәр көндәрҙең һыуыныуы һәм уҡыу башланыуы менән аңлата.