Өфөлә йәшәгән ҡатын водитель таныҡлығын һатып алырға теләгән өсөн 3 йылға хөкөм ителде.
2017 йылда 29 йәшлек ханым полиция хеҙмәткәренә 14 мең һум ришүәт бирә. Был сумма имтихан тотмайынса ғына документ алырға тигән иҫәптән башҡарыла. Һөҙөмтәлә ҡатын ҡулға алына, ғәйебен таный, суд ғәйепләнеүсене 3 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итә.
Ришүәт алған инспекторға ҡарата ла енәйәт эше асылған.