Коронавирус аҙа

Тулыраҡ: Коронавирус аҙа

Рәсәйҙә яңы коронавирус менән сирлеләр һаны пандемия иғлан ителгәндән алып максималь кимәлгә күтәрелде. Бер тәүлектә 17 837 кеше сир йоҡтрған. Президент Путин изоляцияла. Көнэлгәре ул COVID-19 йоҡторған хеҙмәткәрҙәр менән арлашҡан.

Яуыз сир менән көрәш Башҡортостанда ла дауам итә. Бөгөнгә сирлеләр иҫәбе 61 меңдән ашты. Үткән тәүлектә генә коронавирус 308 кешелә асыҡланған. Бөгөнгә 289 кеше һауыҡҡан, пандемия башынан сирҙән арынғандар һаны 54 меңгә яҡын. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса әле 6165 сирле коронавирус инфекцияһынан дауалана. 720 сирле стационарҙа, уларҙың 53-ө ауыр хәлдә. 5 мең ярымға яҡын кеше табип ҡарамағында дауаны өйөндә ала.

Тәүлек эсендә Башҡортостанда 15 кеше үлгән. Пандемия башынан 1326 кеше COVID-19 ҡорбаны булды.