Шәхси сәләмәтлекте көнэлгәре хәстәрләгәндә вакцинаны яһатыу ҡағиҙәләрен белеү мотлаҡ. Көҙөн көнүҙәк вакциналарҙы яһатыу ваҡыты тураһында СПИД һәм йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм улар менән көрәш буйынса Республика үҙәге баш табибы Рафаэль Яппаров Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Муниципалитет именлеге һәм тотороҡло эшмәкәрлегенең төп нигеҙе – көтөлмәгән хәлдәрҙе иҫкәртеү. Был йәһәттән тәү сиратта халыҡ сәләмәтлеге хәстәрләнә. Хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Марат Ғәйфуллин оператив кәңәшмәне асып ял көнө үткән Халыҡ-ара марафонды хәтергә төшөрөргә тәҡдим итә. Йүгереү буйынса донъя кимәлендәге акцияға 18 дәүләттең 200-ҙән ашыу ҡалаһы ҡушылған, Өфөлә иһә марафонда дүрт меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Сәләмәт йәшәү рәүешен күмәк спорт саралары ғына түгел, ә күмәк вакцинация ла таныта. Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина бөгөнгә республика халҡының 50 проценты коронавирус инфекцияһынан вакцина яһатҡан, тип белдерҙе. Был сир буйынса көндәлек күрһәткестәр менән бер рәттән төбәктә киҫкен респиратор ауырыуҙар иҫәбе арта. Медицина учреждениеларында грипптан прививка яһатыу башланды. Бөгөнгә был вакцинаны 118 мең кеше һалдырған. Сәләмәтлекте көнэлгәре хәстәрләү яҡшы, әммә прививкаларҙы дөрөҫ аралаштырыу мөһим. Гриппҡа ҡаршы вакцинаны коронавирустан прививка менән бергә яһатырға ярамай. Табип-инфекционист Рафаэль Яппаров пациенттарҙы тәүҙә коронавирустан прививканың ике компонентын да алырға, билдәле арауыҡтан һуң ғына киҙеүҙе иҫкәртеүсе вакцинаны ҡуйҙырырға өндәй. Бына уныһын пневмококка ҡаршы вакцина менән бер юлы яһатырға мөмкин, тине табип. Оператив кәңәшмәлә артабан һүҙ Зинино-Нагаево йүнәлешендә М5 — Урал трассаһы менән киҫелештә юл үткәргес төҙөлөшө тураһында барҙы. Әле был биләмәлә сиҙәм ҡатламы һыҙырыла, ҡоролма өсөн кәрәкле материалдар килтерелә башлаған. Өфө хакимиәтенең юл һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Константин Паппе был транспорт киҫелеше ҙур күләмле эш талап итә, тип белдерҙе. Юл арауығының дөйөм оҙонлоғо 1850 метр, 106 метры тимер юлы өҫтөнән һалынасаҡ. Яңы юлды төҙөгәндә байтак инженер ҡоролмаларын күсереп урынлаштырырға тура киләсәк. Юл киҫелешен файҙаланыуға тапшырыу 24 айҙан, 2023 йылдың өсөнсө сирегендә көтөлә. Юл һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау идаралығы вәкиленә хакимиәт исеменә Инцидент-Менеджмент селтәре аша алынған һорауҙарға ла яуап бирергә тура килде. Минһажев һәм Чернышевский урамдарында ямғыр һыуын ағыҙыу ҡойоларының эше ошо биләмәлә юл төҙөкләндерелеп бөткәс тә яйға һалынсаҡ, тине Константин Паппе. Оператив кәңәшмәлә тикшерелгән мәсьәләнең бөгөнгә иң мөһиме иһә – йорттарға йылы биреү. Башҡала ҡышҡа әҙерлек паспортын 15 сентябрҙә тапшырырға ниәтләй. Тәүҙә социаль объекттар йылытыла башлай, артабан йылы күп фатирлы йорттарға һәм башҡа ойошмаларға биреләсәк.
Ҡайһы прививканы ҡасан яһтырға
Тулыраҡ: Ҡайһы прививканы ҡасан яһтырға