Кампанияның бер-нисә көнгә һуҙылыуы, йәки тотҡарланыуы һауа шарттарына бәйле буласаҡ. Был аҙнанан Өфөлә яңы штаб эш башлай. Махсус үҙәк йылытыу миҙгеленә әҙерлек кенә түгел, ә көҙҙән яҙға тиклем коммуналь торлаҡ хужалығындағы хәлдәрҙе яйға һалырға тейеш. 4 канал аша тапшырылған һорауҙар йылылыҡ өсөн хаҡ, урамдарҙың таҙалығына бәйле буласаҡ. Тик граждандарҙы ҡабул итеү өсөн айырым урын һәм махсус бина кәрәк. Был Радий Хәбировтың шәхсән талабы.
Башҡортостанда йылытыу миҙгеле башлана
Тулыраҡ: Башҡортостанда йылытыу миҙгеле башлана