Өфөнөң Коммунистик урамында урынлашҡан 35-се йорт ҡаланың мәҙәни һәм архитектура мираҫы объекттары исемлегенә инә. Тик унда йәшәүселәрҙән башҡа, йортто һаҡлап ҡалырға теләүселәр юҡ тиерлек. Урындағы халыҡ идарасы компанияның төҙөкләндереү буйынса бер ниндәй ҙә эш алып бармауына зарлана. Фатирын күрһәтеп, диуар-түшәмдәр буйлап киткән ярыҡтарға зарлана Юлиә. Бүлмәлә ремонт эшләү ҙә файҙаһыҙ, артыҡ дымлылыҡтан хәл яңынан ҡабатлана. Бар ерҙе күк ҡаплаған, түбәлә хатта ҡара бәшмәктәр ҙә үҫеп сыҡҡан. Дымлылыҡтың тағы бер бәләһе – фатирҙа һауа температураһының түбән булыуы. Ҡыш ҡына түгел, хатта йәй көндәрендә лә хужабикә бүлмәләрҙе газ плитәһе ярҙамында йылыта.Өҫтәүенә подъездан да һыуыҡ инә. Тәҙрәләрҙә быяла ғына түгел, хатта ишек тә булмаған. Уны урындағы халыҡ аҡса йыйып, үҙҙәре һатып алып ҡуйған. Әммә подъезд түбәһе булмау сәбәпле бер-нисә йыл эсендә ямғыр-ҡарҙа еүешләнеп ишек боҙолған, тулыһынса ябылмай хәҙер.Йорттоң подъезы күптән ремонт күрмәгән. 7 йыл элек стена менән түбәләрҙе буяп ҡына сыҡҡандар. Ә бер-нисә йыл элек ошондағы стена ярылып, ныҡлап емерелә башлаған. Электр сымдары, һыу торбалары бында 40 йылдан ашыу яңартылмаған, ти тыуғандан алып ошо йортта йәшәүселәр.Йортта янғын сығыу осрағы былтыр булған да инде. Икенсе ҡаттағы бер-нисә фатир уттан зыян күргән.Марина Глепикованың бүлмәһе һаман да ҡурҡыныс хәлдә. Өс бала, шул иҫәптән мөмкинлеге сикләнгән баланы тәрбиәләүсе ғаиләнең ремонт эшләргә финанс мөмкинлектәре юҡ. Әле улар ғәҙәттән тыш торлаҡ фондында ваҡытлыса йәшәйҙәр. Коммунистик урамында урынлашҡан 35-се йорт Өфө ҡалаһының мәҙәни һәм архитектура мираҫы объекттары исемлегенә инә. Әммә йөҙйәшәр йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, уны тейешенсә хеҙмәтләндерһәләр бындай хәл булмаҫ ине. Идарасы компанияға күпме генә мөрәжәғәт итһәк тә, яуап юҡ, ти урындағы халыҡ. “Торлаҡ хужалыҡ тресы” йәмғиәтендә беҙҙең ижади төркөм дә берәүҙе лә осрата алманы. Етәксеһе менән телефон аша ғына бәйләнешкә индек. Уның һүҙҙәренсә, ойошма бөлгөнлөккә төшкән. Идарасы компания банкорт тип танылһа ла, йортто йәшәүселәр уларға аҡса түләүен дауам итә. Торлаҡ хужалыҡ тресы етәксеһе вәғәҙәләүенсә, ошо ай эсендә йортто икенсе ойошмаға тапшырасаҡтар. Әммә етәксе алышыныуҙан хәл үҙгәрерме –билдәһеҙ.
Йөҙйәшәр йортҡа емерелеү хәүефе янай
Тулыраҡ: Йөҙйәшәр йортҡа емерелеү хәүефе янай