Башҡортостан эшҡыуарҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырған төбәк

Тулыраҡ: Башҡортостан эшҡыуарҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырған төбәк

Башҡортостан эшҡыуарлыҡҡа административ баҫым индексы буйынса һуңғы йылда ун алтынсы урындан туғыҙынсы баҫҡысҡа күтәрелгән. Төбәк бизнесты үҫтереүгә булышлыҡ итеү биләмәһе булып ҡала.” Ошо турала Республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкил Борис Титов белдерҙе. “Башҡортостанда бизнесҡа ярҙам итеү буйынса бихисап программа эшләй. Шуға күрә федераль үҙәк республика тәжрибәһен өйрәнеп, уларҙы ил буйынса индерергә планлаштыра. Коронавирус тармаҡҡа тәъҫир итмәй ҡалмаған. Эшҡыуарлыҡ ныҡ ҡына зыян күргән. Әммә төбәк иҡтисады аяҡҡа баҫыу темпттарын юғары кимәлдә тота”, — тине Борис Титов. Эшҡыуарлыҡҡа административ баҫым индексы буйынса Ульяновск өлкәһе, Удмурт һәм Адыгей республикалары алдынғы урындарҙы биләй. Ә бына Иркутск өлкәһе, Дағыстан һәм Ҡабарҙы-Балҡар республикаларында хәл яҡшыларҙан түгел.