Йылына 108 процент менән кредит

Тулыраҡ: Йылына 108 процент менән кредит

Республиканың Юғары судында микрозаймдарға бәйле суд ултырышы дауам итә. Намыҫһыҙ кредиторҙан кәм тигәндә 10 кеше зыян күргән. Ҡала кафеларының береһендә төшөрөлгән видеояҙманан күренеүенсә, өҫтәл артында ултырған кешегә бер ир килеп кейем аҫтында нимәлер күрһәтеп һөйләшергә саҡыра. Был видеоны беҙҙең редакцияға банкир Павел Кантор бирҙе. Ирҙең һүҙҙәренсә, бурыслылар уның менән кредит тураһында һөйләшергә килгән. Кафелағы ир-егеттәрҙең кем икәнен бер кем белмәй. Күрәһең, Канторҙың бер-нисә тиҫтә клиенты барҙыр. Уларҙың береһе – Олеся Полторакова. Йәш әсәнең ике балаһы бар. Әле ул бурыс ҡапҡанына эләккән. Кемдең кем икәнен һәм кем кемгә бурыслы икәнен республиканың юғары суды асыҡлай. Ултырыштарҙың береһендә Олеся Полторакова ла ҡатнашты. Шундай уҡ хәлгә Эльвира Камалетдинова лә эләккән.Ҡатын шулай уҡ йылына 108 процент менән кредит алған. Хәҙер иһә үҙ мөйөшөнән мәхрүм булыуы ла ихтимал. Бер миллион һумлыҡ кредит урынына өс бүлмәлек фатирын бирергә мәжбүр. Бындай ҡапҡанға тиҫтәләгән кеше эләгеүе ихтимал. Әле бухгалтер Эльвира Камалетдинова һәм балалар табибы Олеся Полторакова суд ҡарарын көтә. Ә Павел Кантор иһә, уларҙың хәленә инергә әҙермен, тип ышандыра. Яҡтар араһында көсөргәнешлек арта. Кантор һүҙҙәренсә, кафела ир-егеттәр алып килгән атыу ҡоралының ҡасан да булһа атыуы ла ихтимал.