Бесәй урманы – Кошкин лес атамаһы менән өфөлөләргә билдәле урында археологик ҡомартҡылар табылды. 19-сы быуат башына ҡараған тәнкәләр, эш ҡоралдары һәм керамик һауыт-һаба ярсыҡтары – төп артефакттар. Әммә тарихи документтарҙа ул осорҙа был биләмәлә ауыл булыуы тураһында бер мәғлүмәт тә юҡ. Бер нисә йылдан был ерҙәрҙә күп ҡатлы йорттар хасил буласаҡ. Шуға күрә лә археологтар Бесәй урманындағы ҡаҙыу эштәрен үҙ-ара “ҡотҡарыу” ҡаҙыныуҙары тип йөрөтә. Төҙөүселәр килгәнгә тиклем фән өсөн кәрәкле бөтә ҡомартҡыларҙы ла ер аҫтынан сығарыу — уларҙың төп маҡсаты. Өфө ярымутрауының мәҙәни ҡатламдары тарихсылар өсөн ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр вәғәҙәләй. Бесәй урманы Өфө ярымутрауының төньяҡ өлөшө. Бында шишмәләр күп. Фенол фажиғәһе йылдарында ҡала халҡы эсәр һыуҙы ошонан алды. Тағы ла бында оҙаҡ йылдар баҡсалар булды. Ҡаҙыу эштәрендә ҡатнашыусы студенттар емеш ағастары араһында эшләй, баҡса йорттарының нигеҙҙәренә, ағас тамырҙарына килеп төртөлә, хайуан һөлдәләре, ҡый табып ала. Боронғо әйберҙәрҙе лә ҡаҙып сығара. Иртә тимер, урта быуаттарға ҡараған көршәк ярсыҡтары араһында хәҙерге заман һауыт-һаба өлөштәре бар. Археологтар улар менән үтә лә ҡыҙыҡһынмай.19-сы быуаттан алып тупраҡ ҡатламында ятҡан серле ярсыҡҡа бирелгән һорау дағаларға, көрәк һәм тәнкәләргә лә ҡағыла. Тарихсылар фекеренсә, уларҙың бында булыуы мөмкин түгел. Яуап бәлки табылыр. Артефакттар ҙа күп бит. Уларҙың бынан алыҫта булмаған Глумилино-1 тарихи ҡаласығы менән барып тоташыуы ла ихтимал. Археологтар ҡаҙыу эштәрен көҙ аҙағынаса тамамларға ниәтләй.
Кошкин урманында археологик ҡомартҡылар табылды
Тулыраҡ: Кошкин урманында археологик ҡомартҡылар табылды