Белоретта рессоралар заводы асылды

Тулыраҡ: Белоретта рессоралар заводы асылды

Ошо хаҡта Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. “Рессора” фәнни-етештереү предприятеһы бары бер йыл элек өҫтөн инвестиция проекттары исемлегенә алынған.. Бөгөн Урал пружиналар заводы нигеҙендә эш башлаған предприятие цехтары йылына 14 мең тонна продукция сығарыу йөкләмәһен алған.

Республика етәксеһе Белоретта етештерелгән сифатлы автокомпоненттар илдәге ҙур сәнәғәт предприятиеларының ихтыяжын табыр, тигән ышаныс белдерә.

Яңы предприятие эшмәкәрлеге инновацион нигеҙҙәргә һалынған, етештереү тулыһынса автоматлаштырылған. Бында әлегә ярты миллиард һум инвестиция индерелгән, 98 яңы эш урыны барлыҡҡа килгән.

Рессоралар етештереү предприятиеһын асыу тантанаһы республика етәксеһенең Белорет районына эш сәфәре барышында ойошторолдо.