Был хаҡта Башгидрометүҙәк белгестәре рәсми белдереү яһаны. Арктик һауа массалары төбәккә һалҡын алып килә. 16 сентябрҙән 22-нә тиклем республика биләмәһендә һауа температураһының климат нормаһынан 2-4 градусҡа түбәнерәк булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы ун градус ҡына йылыны күрһәтәсәк.
Киләһе биш көндә һауа температураһы төндә +2, +7°, урыны менән ҡырау төшә, тупраҡ өҫтөндә 0, -2°. Көндөҙ +8, +13°, тип хәбәр итә синоптиктар. Киләһе өс көндә һауа температураһы төндә нолдән биш градусҡа тиклем йылы, тупраҡ өҫтөн туңдырып ҡырау төшә, көндөҙ +6, +11 градус.
Аҙна аҙағына Башҡортостандың бар райондарында ла ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә, ҡайһы бер райондарҙа ҡар яуасаҡ. 21 сентябргә ямғырҙар туҡтай.