Спорткомплекс яңыртылған

Тулыраҡ: Спорткомплекс яңыртылған

Радий Хәбиров Межгорьеға эш сәфәрен ҡаланың көньяҡ-көнбайыш биләмәһендә универсаль спорт комплексынан башланы.

Заманында хәрби төҙөүселәр ҡорған спорт комплексы ярайһы иҫкергән. 2013 йылда ул хәүефһеҙ файҙаланыуға ярамай тип танылған. Һөҙөмтәлә халыҡтың 30 проценты спорт менән шөғөлләнеүҙән мәхрүм ҡалған.

Төҙөкләндереү 108,7 миллион һумға төшкән. Яңыртып ҡоролған комплекс 2018 йылда файҙаланыуға тапшырылған. Бинаның өсөнсө ҡаты һалынған, шул иҫәпкә майҙандар арттырылған.

Межгорье ҡалаһының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Михаил Прусаков билдәләүенсә, бында универсаль спорт залы асыҡ, унда бадминтон, волейбол, баскетбол һәм футбол майҙандары бер юлы эшләй, тренажер һәм көрәш залдары, саңғы базаһы бар. Майҙансыҡтар республика һәм Рәсәй кимәлендәге ярыш стандарттарына тап килә.