COVID-19-ҙан вакцинацияланғандар араһында аҡсалата приз уйнатыуҙың беренсе тиражына йомғаҡ яһалды. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Отош сертификаттары тураһындағы рәсми белешмәне «Бонус за здоровье» проектының рәсми сайтында йәиһә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталындағы шәхси кабинет аша алырға мөмкин.
Беренсе этапта отошҡа 500 ватандашыбыҙ өлгәште. Компьютер осраҡлы һайлап алыу ысулы менән лотерея барышында еңеүселәрҙе ике тапҡыр билдәләй. Уларҙың һаны бер мең буласаҡ. Еңеүселәрҙең һәр береһенә 100 мең һум тапшырыла
Киләһе уйын 14 октябрҙә үтә.
Лотереяла балиғ йәшенә еткән һәм вакцинацияланғандарҙың Берҙәм регистрында уникаль һан менән теркәлгән Рәсәй граждандары ҡатнаша ала.