Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар көндән-көн арта

Тулыраҡ: Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар көндән-көн арта

Үткән тәүлектә мәкерле сирҙе йоҡтороусылар тағы ла 312 кешегә күбәйҙе. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығынана алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әле 732 кеше стационарҙа дауалана, күптәр ауыр хәлдә. Табиптар әйтеүенсә, ауырығандарҙың күбеһе прививка эшләтмәгән. Башҡортостанда әле 1 миллион 227 мең кеше вакцинаның беренсе компонентын алған, 1 миллион 108 мең кеше уны тулыһынса тамамлаған.