“Рессора” фәнни-етештереү предприятеһы бары бер йыл элек кенә өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгәйне. Урал пружиналар заводы нигеҙендә эш башлаған предприятие цехтары йылына 14 мең тонна продукция сығарыу һәләтенә эйә. Республика етәксеһе Белоретта етештерелгән сифатлы автокомпоненттар илдәге ҙур сәнәғәт предприятиеларының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерер, тигән ышаныс белдерҙе. Яңы предприятие эшмәкәрлеге инновацион нигеҙгә һалынған, етештереү тулыһынса автоматлаштырылған. Бында әлегә ярты миллиард һум инвестиция индерелгән, 98 яңы эш урыны барлыҡҡа килгән.
Радий Хәбиров Белоретта рессоралар заводын асыу тантанаһында ҡатнашты
Тулыраҡ: Радий Хәбиров Белоретта рессоралар заводын асыу тантанаһында ҡатнашты