Башҡортостанда 17, 18, 19 сентябрҙә һайлауҙа 3 миллиондан ашыу кеше ҡатнаша ала, уларҙың 43 меңе тәүге тапҡыр үҙҙәренең һайлау хоҡуғынан файҙалана. Республика Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Дәүләт Думаһына һайлауҙа – 14 партия, алты бер мандатлы округ буйынса 13 партиянан 59 кандидат теркәлгән. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына өҫтәмә һайлауҙа 4 партиянан 11 кандидат теркәлгән, бер кандидат үҙен-үҙе тәҡдим иткән. Республикала йәмғеһе 3 мең 403 һайлау участкаһы асыла. Рәсәйҙә теркәлмәгәндәр өсөн Өфөнөң Посадская урамында участка эшләй. 272 торлаҡ пунктында 30 мең кеше күсмә участка-автобустарҙа тауыш бирә ала.
Башҡортостанда 3 миллиондан ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә
Тулыраҡ: Башҡортостанда 3 миллиондан ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә