Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының ораны тап шулай яңғырай. Башҡа йылдағыларынан айырмалы был Рәсәйҙә үткәрелгән тәүге һанлы кампания. Уның маҡсаттары ниндәй? Иҫәпкә алыу ҡағыҙҙарын тултырғанда ниндәй ҡыйынлыҡтар килеп тыуыуы ихтимал? Халыҡ иҫәбен алыу ун йылға бер тапҡыр үткәрелә. Демографик үҙгәрештәрҙе күҙ уңында тотоп дәүләт программалары эшләнә һәм уларға төҙәтмәләр индерелә. Әммә бының өсөн тулы мәғлүмәт булыуы шарт. Шулай ҙа мәғлүмәттәрҙе документтар менән раҫлау бурысы ҡуйылмай, яуаптар кешенең әйтеүе буйынса яҙыла. Башҡа йылдағыларынан айырмалы был Рәсәйҙә үткәрелгән тәүге һанлы кампания. Халыҡ иҫәбен алыусылар планшеттар менән тәьмин ителәсәк. Шулай уҡ респонденттар электрон иҫәп алыу ҡағыҙҙарын үҙаллы “Дәүләт хеҙмәте” порталында тултыра ала. Ә инде иҫәп алыу ҡағыҙҙары үрҙә әйтеп кителгән ысулдарҙы ҡулланып булмаған айырым осраҡтарҙа ғына файҙаланыласаҡ. Һанлы иҫәп алыуҙы ойоштороу йәһәтенән республикаға 10 меңгә яҡын планшет ҡайтарылған. Әле уларға махсус программалар ҡуйыла. Гаджеттарҙың 7 мең ярымын техниктар көйләп тәғәйен участкаларға бәйләгән дә инде. Иҫәпкә алыу барышында тупланған мәғлүмәттәр Росстатҡа исемһеҙ ебәрелә, өсөнсө кешеләргә тапшырылмай һәм респонденттарҙы идентификациялау өсөн файҙаланылмай, ти белгестәр. Шулай булғас, иҫәп алыусы биргән һорауҙарға мөмкин тиклем тулы яуап ҡайтарыуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй. Киләсәкте булдырабыҙ! Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының ораны шулай яңғырай.Үткәндәргә таянып бөгөнгөнө барлайбыҙ, киләсәкте күҙаллайбыҙ. Башстат вәкилдәре халыҡты мөһим сәйәси әһәмиәткә эйә ваҡиғанан ситтә ҡалмаҫҡа саҡыра. Иҫәп алыусыны уның махсус кейеменән танырға була. Шулай уҡ иҫәпсенең үҙе менән танытмаһы һәм паспорты булыу шарт.
Киләсәкте булдырабыҙ!
Тулыраҡ: Киләсәкте булдырабыҙ!