«Төнъяҡ амурҙары» йәнһүрәтенең беренсе өлөшө әҙер

Тулыраҡ: «Төнъяҡ амурҙары» йәнһүрәтенең беренсе өлөшө әҙер

Башҡорт яугирҙәренең ҡаһарманлығына арналған йәнһүрәтте Өфөнөң «Муха» студияһы төшөрә. Был республиканың анимация индустрияһындағы рус һәм башҡорт телдәрендәге иң ҙур хеҙмәт, ти улар. Мулла ролендә билдәле музыкант, Чаппа төркөмө етәксеһе Илья Тавалиев. Был бер аҙ көтөлмәгәнсә, әммә Төнъяҡ амурҙары йәнһүрәте продюссерҙары шулай хәл иткән. Илья йәнһүрәттә мулла ролен башҡарып ҡына ҡалмай, тотош уның музыкаль биҙәлеше өсөн яуап бирә. Режиссер һорағас, русса акцент менән һөйләргә лә тура килде, ти ул. Төнъяҡ амурҙары йәнһүрәте 3 өлөштән, 3 нәҫерҙән тора. Сюжеттың нигеҙенә төрлө холоҡло 5 башҡорт ҡатнашлығындағы тарих ята. Йәнһүрәттә уларға 2 яу – шведтар менән һәм 1812 йылғы ватан һуғышын үтергә тура килә. Әлбиттә һәр береһе мажараларға бай. Әле анимацион фильмдың беренсе өлөшө әҙер. Тауыш режиссерҙары музыка кимәлен тигеҙләй, төрлө тауыштар менән байыта. Минең кеүек, йәнһүрәтте эшләүҙә башлыса рәссамдар тир түгә тип уйлаусылар яңылыша. Проектҡа 100-ҙән артыҡ рәссамдан тыш шунса уҡ актер һәм музыкант йәлеп ителгән. Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадироваға ла үҙенсәлекле генә роль эләккән. Алдан төшөрөлгән персонажға йән өрөүе, айырыуса, ҡыҙыҡ икән, ти йырсы. Йәнһүрәттәге 7 секунд әҙер видео — ул бер нисә рәссам-мультипликаторҙың ике аҙналыҡ эше. Тарихи дөрөҫлөктө лә һаҡларға кәрәк, шул уҡ ваҡытта яҙманың олоһона ла кесеһенә лә аңлайышлы булыуы шарт.Шулай булғас йыл ярым ваҡыт 15 минутлыҡ йәнһүрәт өсөн күп түгел, ти ижадсылар. Анимацион фильм «Башҡортоста » киностудияһының махсус заказы буйынса әҙерләнә. Проекттың тәүге өлөшөн Муха студияһы 1 октябрға тамамалап тапшырырға уйлай. Ә икенсе өлөшөндә, ябай тел менән әйткәндә, геройҙар хәрәкәт итә башлаған, тимәк видео 30 процентҡа әҙер. Рәссамдар 3-сө новелла тарихын да «ҡағыҙға»төшөрә башлаған. Шулай уҡ «Төнъяҡ амурҙары» мультипликаторҙарынан бәләкәй генә бүләк — мобиль телефонда махсус ҡушымта. Уйын барышында башҡорт уғынан атып французға тигеҙергә кәрәк. Әлегә был уйынсыҡ тик проект өҫтөндә эшләүселәрҙә генә.