Өфөгә Токиолағы Паралимпиада еңеүселәре һәм призёрҙары ҡайтты

Тулыраҡ: Өфөгә Токиолағы Паралимпиада еңеүселәре һәм призёрҙары ҡайтты

Спортсыларҙы туғандары, дуҫтары, коллегалары, тренерҙары һәм республика хөкүмәте вәкилдәре ҡаршы алды. Паралимпиада уйындары еңеүселәре әйтеүенсә, иң ҙур теләк ул өйгә ҡайтып ял итеп, туғандар менән күрешеү. Һуңынан йәнә күнекмәләрҙе дауам итергә кәрәк. Башҡортостан спортсылары Токиола 12 миҙал яуланы: 5 алтын, 3 көмөш һәм 4 бронза.