Әйҙәгеҙ һайлауға

Тулыраҡ: Әйҙәгеҙ һайлауға

Башҡортостанда 3 мең 400-ҙән ашыу һайлау учатскаһы асылды. Шул иҫәптән дауаханаларҙа, һаҡ аҫытында тотоу урындарында, шифаханаларҙа, аэропортта, тимер юл вокзалында, ҡарттар йорттарында тауыш бирергә мөмкин. Һайлау участкаларының 40 проценты видеокүҙәтеү камералары менән йыһазландырылған.

Рәсәйҙә йома, 17 сентябрҙә, Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау башланды. Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһында халыҡтың әүҙем килеренә өмөт бағлана. 2016 йылғы һайлауҙа республика тауыш биреүселәренең 70 процентҡа яҡыны һайлауҙа ҡатнашҡайны. Был юлы һайлаусылар өс көндөң теләгән береһендә һайлау участкаһына килә ала, участкалар 17 сентябрь иртәнге сәғәт һигеҙҙән 19 сентябрь киске сәғәт һигеҙгә тиклем асыҡ. Һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғына республикала йәшәгән өс миллиондан ашыу кеше эйә, 43 меңдән ашыу кеше беренсе тапҡыр тауыш бирергә әҙерләнә.

Дәүләт Думаһынан тыш Башортостанда Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттар һайлау ойошторолдо.