Рәсәй президенты Дәүләт Думаһына һайлау уңайынан Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итте. Владимир Путин уны ил тарихындағы бик мөһим ваҡиға тип баһаланы. Ил етәксеһе билдәләүенсә, һәр кем парламентҡа яуаплы, абруйлы, биргән вәғәҙәләрен үтәрлек кешеләр һайланыуын теләй. Дәүләт Думаһы закондар сығарыуҙа хәл иткес әһәмиәткә эйә. Унда популизм һәм буш һүҙ һөйләүселәр булырға тейеш түгел. Владимир Путин илгә көслө һәм абруйлы парламент кәрәклеген билдәләп, ил граждандарын һайлауҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Рәсәйҙә парламент һайлауы ҡатнаш система буйынса үтә. 225 депутат партия исемлеге, 225 депутат бер мандатлы округтарҙан һайланасаҡ
Рәсәй президенты халыҡҡа мөрәжәғәт итте
Тулыраҡ: Рәсәй президенты халыҡҡа мөрәжәғәт итте