Радий Хәбиров Белоретта рессоралар заводын асыу тантанаһында ҡатнашты. “Рессора” фәнни-етештереү предприятеһы бары бер йыл элек кенә өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгәйне. Заводтың планлаштырылған ҡеүәте – йылына 14 мең тонна тауар етештереү. Йөҙгә яҡын яңы эш урыны, республика бюджетына 150 миллион һум һалым иғәнәләре. Белорет предприятиеһы рессоралар етештереү менән шөғөлләнә. Һәм Рәсәйҙә транспорт сараларын етештереүсе ҙур предприятиеларҙы конкуренцияға торошло хаҡтағы сифатлы автокомпонеттар менән тәьмин итәсәк. Сираттағы инвестиция сәғәтенә проект тәҡдим ителгән мәлдә быларҙың береһе лә юҡ ине. Графиктарҙа дәүләт менән бизнес хеҙмәттәшлеге асыҡ күренә. Июндә заказдар арта башлаған. Свердловск форумында төбәк башлығының Уралвагонзавод етәкселеге менән осрашыуынан һуң. Был юлы Радий Хәбиров «КамАЗ» генераль директоры Сергей Кагогин менән осрашты. Һүҙ автоконцерндың Башҡортостандағы үҙ-аллы предприятелары үҫеше тураһында барҙы. Туймазы автобетоновоз заводы нигеҙендә заманса технопарк төҙөлә. Быны тағы ла бер яңы завод, тип танырға мөмкин. Республика етәксеһенең эш сәфәре Межгорье ябыҡ биләмәһендә дауам итте. Был ҡалала серҙәр генә түгел, ремонтҡа мохтаж объекттар ҙә күп булып сыҡты. Көньяҡ-көнсығыш биләмәлә берҙән бер мәҙәниәт усағы сәхнәһе, мәҫәлән. Ярыҡтарҙан урам күренә. Бина төҙөлгәндән бирле яңыртылғаны юҡ. Межгорьеның таҙартыу ҡоролмалары ла төҙөкләндереү талап итә. Ҡалҡыу урында булыу был объекттың эшенә тик кире йоғонто яһай. Ағын һыуҙы һурҙыртыр өсөн махсус насос ҡулланыла. Һөҙөмтәлә электр энергияһы күп сарыф ителә. Объект бар яҡлап та иҫкергән. Ҡала үҙәгендәге скверҙы төҙөүселәр ташлап киткән. Хакимиәт башлығы белдереүенсә, контракт буйынса йөкләмәләр үтәлмәгән.Шул уҡ ойошманың, атамаһын алмаштырып, икенсе объектта эшләгәне лә асыҡланған. Уны республика партнерҙарының береһе яллаған. Радий Хәбиров субподрядсылар менән хеҙмәттәшлекте яйға һалырға һәм скверҙы яңыртып ҡороу эшен тамамларға ҡушты. Республика Хөкүмәтенең Радий Хәбиров Межгорьела үткәргән күсмә ултырышында ультиматум яңғыраны. Төбәк етәксеһе муниципалитеттың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса юл картаһын төҙөргә йөкләмә бирҙе. Бурыстар исемлегендә биләмәлә яңы таҙартыу ҡоролмалары комплексын төҙөү, Мәҙәниәт үҙәгендә капиталь ремонт үткәреү, иҫке спорт стадионын яңыртып ҡороу, ихаталарҙы төҙөкләндереү һәм дарыуханаларҙың өҫтәмә селтәрен булдырыу.
Радий Хәбиров талап итә
Тулыраҡ: Радий Хәбиров талап итә