Өфөләге тоннель менән көнбайышҡа сығыу юлын ваҡытынан алда сафҡа индереүҙәре ихтимал. Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың иң күләмле инфраструктура объектында эштәр барышы менән танышты. Әле буласаҡ юлдың Федоровка-Шаҡша трассаһы менән киҫелешендә ваҡытлыса юл һалыу тамамланған. Әйткәндәй был урында клевер япрағы формаһындағы күперле үткәүел төҙөләсәк. Ҡариҙел йылғаһы аша күпергә килгәндә, ул 25 процентҡа әҙер, уның дауамы булып торған ҡалҡыулы юлда әле бетон таяуҙарға монолиттан япма ҡойола. Бында һөр йүнәлеш буйынса икешәр һыҙаттан торған юл буласаҡ. Йыл аҙағына юбъекттың 40 процентында эштәрҙе теүәлләргә иҫәп тота төҙөүселәр, әле бында 2 мең 400 кеше эшләй, 170 берәмек техника йәлеп ителгән. Буласаҡ күпер өсөн 6 мең тоннаға яҡын металл объектҡа килтерелгән. Радий Хәбиров төҙөлөш барышын юғары баһаланы.
Өфөләге тоннелдең ваҡытынан алда сафҡа индерелеүе ихтимал
Тулыраҡ: Өфөләге тоннелдең ваҡытынан алда сафҡа индерелеүе ихтимал