Башҡортостанда “Айыҡ ауыл“ конкурсы старт ала. Республика Хөкүмәтендә Ойоштороу комитетының тәүге утырышы үтте. Быйыл ярышҡа республика ауылдарының 50 проценты ҡушылыр тигән өмөт бағлана. Конкурсты ойоштороусылар — Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Йәштәр сәйәсәте, Спорт министрлыҡтары, башҡа ведомстволар — айыҡ тормошто пропагандалау һәм эскеселекте иҫкәртеү сараларын күргән ауыл халҡын дәртләндереү маҡсатын бойомға ашыра. Конкурста ҡатнашырға сәләмәт йәшәү рәүешен шәхсән танытҡан журналистар, артистар, башҡа билдәле шәхестәр саҡырыла. 16 сентябрҙән “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабына рәсми ғаризалар ҡабул итеү башланды. Конкурс Республика башлығы гранты иҫәбенә үткәрелә. 2020 йылда Радий Хәбиров еңеүселәрҙе бүләкләү фондын 10 тапҡыр арттырырға ҡарар итте.
Башҡортостанда “Айыҡ ауыл“ конкурсы башланды
Тулыраҡ: Башҡортостанда “Айыҡ ауыл“ конкурсы башланды