Беҙҙең ғорурлыҡ

Тулыраҡ: Беҙҙең ғорурлыҡ

Республика башлығы Токиолағы паралимпия уйындарында ҡатнашыусы спортыларҙың бер төркөмөнә һәм уларҙың тренерҙарына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Радий Хәбиров тантанала ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм паралимпия спортсылары өсөн киләсәктә Башҡортостанда уңайлы шарттар тыуҙырыласағы хаҡында белдерҙе. Чемпиондар һәм уларҙың тренерҙары „Хеҙмәт ҡаһарманлығы„ миҙалы, Салауат Юлаев, дуҫлыҡ ордендары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.