Өфөлә киләһе ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола. Фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар етештергән саф ризыҡтарҙы Дим районындағы Хәҡиҡәт урамында, Киров районындағы Эшсе хәбәрселәр урамында, Октябрь районында Спорт һарайы ҡаршыһындағы майҙанда шулай уҡ Бересе май урамында Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Октябрҙең 50 йыллығы урамында Йәштәр һарайы эргәһендәге майҙанда һайлап һатып алырға мөмкин.
Һатыуға иһә йәшелсә-емеш, бал, республика ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр тәҡдим иткән башҡа продукция сығарыла.
Йәрминкәләр сәғәт иртәнге ундан көндөҙгө дүрткә тиклем эшләй.