Ялдар һыуыҡ һәм ҡарлы ямғыр алып килә

Тулыраҡ: Ялдар һыуыҡ һәм ҡарлы ямғыр алып килә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы республика биләмәһендә өс градусҡаса һалҡынайтып ҡырау төшә, ямғыр һәм ҡар яуа, тип иҫкәртә. Был хәл 18 сентябрь төнөн һәм иртән көтөлә.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә киләһе тәүлектәрҙә көндөң болотло булыуы күҙаллана. Төндә урыны менән бер аҙ ямғыр, айырым райондарҙа ҡар яуыуы ихтимал.

Ел көнбайыштан һәм төнъяҡ-көнбайыштан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫә.

Һауа температураһы төндә +1,+6, урыны менән өс градусҡаса һалҡын. Көндөҙ +5,+10 градус.