Һиндостанда дини байрам фажиғәғә әйләнде. Пиротехника шартлатыу һөҙөмтәһендә ғибәҙәтханала янғын сыға һәм бина емерелгән. Йөҙәрләгән кешенең ғүмере өҙөлгән, 400-ҙән ашыуы йәрәхәттәр алған. Фейерверк осорғанда янғын да сыға. Урындағы властар хәбәр итеүенсә, ғибәҙәтхананың пиротехника һаҡларға һәм ҡулланырға рөхсәте булмаған. Ойоштороусыларға ҡарата енәйәт эше асылған.
Афғанстандағы ер тетрәүҙәре теркәлгән. Уның көсөн Пакистан, Һиндостан, Үзбәкстан һәм Ҡытай халҡы ла һиҙгән. Пакистанда алты кеше һәләк булған, 40-тан ашыуы йәрәхәттәр алған.
Рәсәйҙән Наталья Седых “Ҡомло марафон”дың тәүге этабын үткән. Мароккола старт алған үҙенсәлекле ярыш 31-се тапҡыр үтә. Алты көн эсендә ҡатнашыусылар 50 градуслыҡ эҫелә 257 километр арауыҡҡа йүгерә. Алдынығылар рәтендә Наталья Седых берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ.
Барнаулда юлбарыҫ ҡыҙға ташланған. Ябылғандан һуң, ике әхирәт зоопарк биләмәһенә инеп, йыртҡыс йәнлекте усекләй башлаған. Ситлектә ултырһа ла, юлбарыҫ ҡыҙҙың кейеменән эләктереп алған һәм аяғына йәбешкән. Һөҙөмтәлә, ҡыҙ төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.