Юлаевсылар һәм көйәрмәндәрҙе республика башлығы ҡотланы. Төп сараларҙың береһе Юлай һәм Салауат исемле клуб талисмандарың көс һынашыуы булды. Шаян һыуһарҙар үҙҙәренә “Салауат Юлаев” һәм “Ағиҙел” командаларының уйынсыларын, тренерҙарын, хоккей ветерандарын һәм көйөрмәндәрҙе йыйып, кем көслөрәк икәнен асыҡланы. Һөҙөмтәлә дуҫлыҡ еңеп сыҡты. Байрам сиктәрендә хоккейсылар ҡултамғаларын да таратты. Меңәрләгән көйәрмәндәр яратҡан уйынсылары менән иҫтәлеккә фотоға төшөү бәхетенә лә иреште.
Ял көнөндә Өфө-Аренала хоккей байрамы үтте
Тулыраҡ: Ял көнөндә Өфө-Аренала хоккей байрамы үтте