Махсус һайлау участкалары етәү

Тулыраҡ: Махсус һайлау участкалары етәү

Башҡортостанда хәрәкәте сикле граждандар өсөн махсуслаштырылған ете һайлау участкаһы асыҡ.

Республикала Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлауҙа сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән 240 меңгә яҡын һайлаусы ҡатнаша. Шуларҙың 8 меңдән ашыуының күреү һәләте зәғиф. Уларҙың үҙ өйөндә тауыш бирергә хоҡуғы ла бар. Теләгәндәр махсус йыһазландырылған һайлау участкаларына килә ала. Бындай участкалар Өфөлә Зорге урамындағы медицина колледжы бинаһында, Кустарная урамындағы Инвалидтар ижады үҙәгендә урынлашҡан. Бәләбәйҙә өс, Белорет һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында берәр ошондай һайлау участкаһы бар. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының йәмәғәт бәйләнештәре һәм мәғлүмәт бүлеге мөдире Елена Лысова белдереүенсә, республикалағы һайлау участкаларының 80 проценты пандустар һәм персонал саҡырыу төймәләре менән йыһазландырылған. Махсус йыһаздар булмаған участкаларҙа мөмкинлеге сикләнгән һайлаусыларға ярҙамға ирекмәндәр килә.

Мәғлүм булыуынса, өс көн буйына, 17,18,19 сентябрҙә, сәғәт иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем Рәсәйҙә Дәүләт Думаһына һайлау үтә. Башҡортостандың өс округында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға ла депутаттар һайлана. Өфөлә, Белоретта, Бөрөлә, Өфө районы һәм Йоматау ауыл советында урындағы Совет депутаттары өсөн тауыш биреү ойошторолған.