Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы протоколдарҙың 60 процентын тикшергән. “Берҙәм Рәсәй” Дәүләт Думаһына һайлауҙа лидерлыҡты һаҡлай. Был фирҡә өсөн 20 сентябрь иртәһенә алынған иҫәпләүҙәр буйынса һайлаусыларҙың 47,16 проценты тауыш биргән. Икенсе урында КПРФ — 20,89%, өсөнсөлә ЛДПР - 7,9%.
Лидерлыҡҡа сыҡҡан биш фирҡә исемлегендә «Справедливая Россия» һәм «Новые люди» бар. Был иһә Дәүләт Думаһына биш процентлы барьерҙы алып биш фирҡә үткәнде аңлата.