Башҡортостанда үткән ял көндәрендә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 635-кә артҡан. Пандемия башынан был иң юғары күрһәткес. Әлеге ваҡытта алты меңдән ашыу кеше сир менән көрәшә. Республикала йәмғеһе 62 880 тапҡыр COVID-19 осрағы теркәлгән. 55 меңдән ашыу кеше һауыҡҡан. Бөгөнгә стационарҙарҙа 721 сирле дауалана, уларҙың иллеһе ауыл хәлдә, 13 ауырыуға яһалма һулыш аппараты талап ителгән. Биш мең һигеҙйөҙҙән ашыу сирле өйҙә дауалана.
Үлем осраҡтары буйынса яңы антирекорд Башҡортостанда шәмбе, 18 сентябрҙә теркәлде – тәүлек эсендә 17 кеше вафат булған. Йәкшәмбе тағы 16 сирле үлгән. Төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса пандемия башынан республикала 1 406 кеше коронавирус инфекцияһы ҡорбаны булған.
COVID-19 сире таралыуға берҙән-бер кәртә булараҡ вакцинация танылған. Бөгөнгә Башҡортостанда 1 миллион 131 мең кеше прививка яһатҡан.